【バシキール語ニュース】ウファで高校生の技術オリンピックが行われる

Технология буйынса олимпиадала уҡыусылар практик күнекмәләр үтәп үҙ проекттарын яҡланы



2024年2月22日付 BASH.NEWS


Өфөнөң 1-се республика полилингваль күп профилле гимназияһында «Технология» фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының төбәк этабы үтте. Ике көнгә иҫәпләнгән ярыш дүрт йүнәлеш буйынса ойошторола. Улар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.

バシコルトスタン共和国の首都ウファにあるギムナジウム(高等中学校)で、技術科の全ロシア・オリンピックの地域ステージが行われた。2日間にわたって4部門で行われる競技を、バシコルトスタン衛星放送のエルフィネ・キルデイェロヴァ記者が取材した。


Технология буйынса олимпиада һөнәри компетенциялар конкурсына оҡшаған. 9, 10 һәм 11-се класс уҡыусылары төрлө өлкәлә үҙ көстәрен һынай. Был оҫтаханала, мәҫәлән, ҡул менән, механик рәүештә ағас эшкәртәләр. Баҡалы ауылынан Динар Мөхтәруллин атаһы кеүек балта оҫтаһы булырға теләй. Әле үк үҙ ҡулдары менән һауыт-һаба, көндәлек кәрәк-яраҡтары эшләй. Олимпиада сиктәрендә бирелгән эште лә тиҙ арала башҡарып ҡуймаҡсы.

技術オリンピックは職能コンテストに似ている。9-11年生(日本の高校生に相当)の生徒たちは、様々な分野で自身の実力を確かめる。例えばある作業場では、手作業や機械により木材を加工する。バカル村出身のディナル・モフテルッリンさんは、父のような大工になることを望んでおり、今も自分の手で食器や日用品を製作している。オリンピックの課題も早々に完成させてしまうつもりだ。



Ҡыҙҙар иһә тегеү-сигеү оҫталыҡтарын күрһәтә. Был юлы уларға үҙенсәлекле яға тегергә кәрәк.

一方、女子生徒は裁縫や刺繍の技能を競う。今回は、創造的なヤガ(民族衣装の胸当て)を裁縫することが求められる。


Олимпиада һынауҙарын реаль ваҡытта үтеүҙән тыш, ҡатнашыусылар өйҙә әҙерләп килгән проекттарын да яҡланы. Әлшәй районынан Азалия Мортазина ваҡ-төйәк әйберҙәр өсөн тирмә формаһындағы ҡумталар тәҡдим итә.

オリンピックの課題をその場で完成させる以外に、家で準備してきた作品も審査された。エルシェイ郡出身のアザリヤ・モルタズィナさんは、バシキールの伝統家屋を模した小物用の小箱を提出した。



Технология буйынса төбәк олимпиадаһында яңы йүнәлештәр ҙә бар. Уларҙың береһе - «Робототехника». Унда ҡатнашыусы малай-ҡыҙҙар программа яҙып, айырым командалар үтәүсе робот уйлап сығара. «Мәғлүмәти хәүефһеҙлек» йүнәлешендә ҡатнашыусылар виртуаль киңлек аша икенсе компьютерҙа булған кәрәкле мәғлүмәтте ала белергә тейеш. Уҡыусылар һынатмаһын өсөн ярышҡа тиклем олимпиаданың төбәк операторы - «Аврора» үҙәге уҡыуҙар ойошторған.

技術分野の地域オリンピックでは新しい部門もあり、その1つがロボット工学である.そこに参加する生徒たちはプログラムを書き、各々のコマンドを実行するロボットを考案する。情報セキュリティ部門の参加者は仮想空間を通じて他のコンピューター内の必要なデータを取得できなければならない。生徒たちが希望を失わないように、競技までにオリンピックの地域運営者であるアヴロラ・センターが講習を実施した。



Артабан да ошо йүнәлештәр буйынса уҡырға теләүселәр өсөн олимпиада яҡшы бонустар бирә. Төбәк этабы еңеүселәре һәм призерҙарына юғары уҡыу йорто ҡарары буйынса, Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләренә 10-15 балл өҫтәлә. Ә Бөтә Рәсәй олимпиадаһында беренсе урын алған уҡыусы теләгән техник вузды һайлай ала.

本オリンピックでは、今後もこの分野を学びたい生徒らに特典が与えられる。高等教育機関の決定により、地域ステージの優勝者と受賞者は統一国家試験の結果に10-15点が加算される。また、全ロシア・オリンピックで1位を獲得した生徒は希望する工学系の大学を選択することができる。


訳者:バシキール語翻訳班
出典:
https://bash.news/bash/news/219300-texnologiia-buiynsa-olimpiadala-ukyusylar-praktik-kunekmeler-utep-uz-proekttaryn-iaklany

コメント