【バシキール語ニュース】バシコルトスタンで母語に関する会議が開かれる

Башҡортостанда туған телдәрҙе үҫтереү буйынса кәңәшмә үтте




2024年1月18日付 BASH.NEWS


Республикала мәктәп уҡыусыларының 78,5 (бөтөн ундан биш) проценты, йәғни 408 меңдән ашыу бала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ һайлаған. Әлеге күрһәткес уҙған йылға ҡарағанда, 42 мең уҡыусыға күберәк. Был турала «Туған телдәр сәғәте»ндә Мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлетбирҙин белдерҙе. Кәңәшмәне Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

バシコルトスタン共和国で児童生徒の78.5%、つまり40万8千以上の子供が、バシキール語を国家語として(学校で学ぶことを)選んだ。これは昨年に比べて4万2千人多い。これについて、「母語の時間」と題された会議でバシコルトスタン共和国教育科学大臣のイルダル・メウレットビルズィン氏が述べた。会議はバシコルトスタン共和国のラディイ・ハビロフ首長が開催した。


Бөгөн республикала һигеҙ полилингваль күп профилле белем усағы уңышлы эшләй. Быйыл Баймаҡ һәм Тәтешле райондарында ошондай тағы ике мәктәп асыу планлаштырыла. Ә 2030 йылға тиклем республикала өҫтәмә рәүештә һигеҙ полилингваль белем биреү учреждениеһы төҙөләсәк.

現在、バシコルトスタン共和国には8つの多言語学際的教育機関がある。今年はバイマック郡とテテシュレ郡においてさらに2校の開校が計画されている。2030年までにバシコルトスタン共和国ではさらに8つの多言語教育機関が設置される予定だ。


Кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, 2019 йылдан халыҡ-ара кимәлгә сыҡҡан башҡорт теленән диктант уңышлы проекттарҙың береһе булды. Әгәр башланғыс этапта 70 мең кеше диктант яҙһа, былтыр ҡатнашыусылар һаны бөтә донъя буйынса 340 меңдән ашып киткән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың 450 йыллығына Өфө урамдарын төҙөкләндереү сиктәрендә башҡорт телендә адреслы таҡталар биҙәү кәрәклегенә иғтибар итте. Кәңәшмә аҙағында төбәк етәксеһе республикала Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса яңы башланғыстар тураһында тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

会議では、2019年から世界規模になったバシキール語ディクテーションが成功したプロジェクトの一つになったことが言及された。
最初は7万人だった参加者が、去年は全世界で34万人を超えた。ラディイ・ハビロフ首長は、首都ウファの建都450周年に際して街の通りを整備する一環で、街区表示板にバシキール語を表記する必要性を挙げた。会議の最後に首長は、バシコルトスタンの諸民族の言語を守り育むことに関する新たなスタートについての案を策定することを命じた。


訳者:バシキール語翻訳班
出典:https://bash.news/bash/news/217254-baskortostanda-tugan-telderze-uctereu-buiynsa-kenesme-utte

コメント