【バシキール語ニュース】Facebook と Instagram は情報戦の武器

МӘҒЛҮМӘТ ҺУҒЫШЫ ҠОРАЛЫ


2022年3月18日付 Киске Өфө


【訳者注】これはロシア政府寄りの記事です。この記事を掲載する理由は、ロシア政府寄りの少数言語メディアで、どのような情報が流されているかを示すためです。


Профессор, Өфө дәүләт нефть техник университетының социаль һәм сәйәси коммуникациялар кафедраһы мөдире Эдуард Гәрәев иҫәпләүенсә, танылған Facebook һәм Instagram селтәрҙәре мәғлүмәт һуғышының етди ҡоралына әйләнде. Украиналағы махсус операция барышында был селтәрҙәрҙең сәйәсәте яңынан яҙылды: рәсәйҙәргә ҡарата ирекһеҙләүгә йүнәлтелгән саҡырыуҙар рәсми рәүештә рөхсәт ителде.

ウファ国立石油技術大学のエドワルド・ガレエフ教授によると、Facebook と Instagram は情報戦の深刻な武器に変わった。ウクライナでの特別軍事作戦が進行する中で、これらの SNS の政治的方針が再び示された。ロシア国民に対する暴力の呼びかけが、公式に許可されたのだ。


"Был селтәрҙәрҙе аралашыу һәм фотоһүрәттәр һалыу өсөн генә ҡулланыла тип уйлау - бер ҡатлылыҡ, хәҙер ул ҡеүәтле, агрессив, яуыз, ә иң мөһиме - этика менән дә, ҡағиҙәләр менән дә, илдәр закондары менән дә иҫәпләшмәүсе сәйәсиләштерелгән көс. Улар мәғлүмәт һуғышының төп ҡоралдарына әүерелде, - ти профессор. - Һәм беҙ был мәғлүмәт һуғышында әлегә отолабыҙ. Отолабыҙ, сөнки беҙҙә техник ресурстар юҡ. Күп осраҡта уларҙы контролләмәйбеҙ. Meta платформаһын блокировкалау законлы күренеш, сөнки донъялағы әлеге хәл һәм Көнбайыш тарафынан Рәсәйгә ҡаршы йүнәлтелгән мәғлүмәт һуғышы беҙҙе төп халыҡ-ара онлайн-платформалар бер үк ваҡытта һуғыш яланы ла, ҡорал да булған ысынбарлыҡҡа алып килә". 

「これらの SNS が、やり取りと写真掲載のためだけに使われていると考えるのは短絡的である。現在、これらは強力で、攻撃的で、邪悪で、最も重要なことには、倫理も、規則も、国の法律も考慮しない、政治化された力である。それらは情報戦の主要な武器に変わった。そして、私たちはこの情報戦で今のところ負けている。なぜなら、我々には技術的なリソースがないからだ。多くの場合、我々はそれらをコントロールしていない。Meta のプラットフォームを遮断するのは、法にかなっている。なぜなら、世界の現状と、西側によってロシアに仕掛けられた情報戦は、我々を主要な国際オンラインプラットフォーム、同時に戦場であり、武器でもある現実に連れ出しているからだ」
と教授は述べた。


Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Facebook ваҡытлыса үҙ ҡулланыусыларына "Азов" неонационалистик украин батальонын (Рәсәйҙә тыйылған ойошма) күккә күтәреп маҡтарға рөхсәт итте. Хәҙер ул беҙҙең ватандаштарыбыҙҙы үлтереүгә саҡырыуҙарҙы рөхсәт итә. Һөҙөмтәлә Роскомнадзор һәм Генпрокуратура селтәрҙәрҙе блокировкалау тураһында ҡарар ҡабул итте: тәүҙә - Facebook, ә 14 марттың төнөндә - Instagram.

思い出してほしい。Facebook は一時的に自身のユーザーに、ウクライナ人のネオナチ部隊「アゾフ」(ロシアでは禁止された団体)を持ち上げ、称賛することを許可した。現在 Facebook は、我々の同胞を殺害する呼びかけを許可している。結果的に、ロシア連邦通信・情報技術・マスコミ分野監督庁とロシア連邦最高検察庁は、それらの SNS の遮断に関する決定を承認し、まずは Facebook を、3月14日には Instagram を遮断した。


Digital-проекттар буйынса белгес Елена Арямнова әйтеүенсә, һуңғы көндәрҙә "Бәйләнештә" селтәре аудиторияһын арттырған. Ул бөтә ғәмәлдәр варианттарына ла эйә, борсолорға урын юҡ.

デジタル・プロジェクトの専門家イェレナ・アリャムノワ氏によると、最近は 
(ロシア最大のSNS)VK のユーザーが増加しているという。VK にはすべてのオプションがあるため、全く心配することはないという。


訳者:boltwatts

コメント