Башҡортостан
менән Вьетнам араһында хеҙмәттәшлек нығый
2019年6月18日付
Bash.News
Нефть һәм газ сәнәғәте, машиналар төҙөү тармағы, ауыл
хужалығы. Башҡортостан менән Вьетнам Социалистик Республикаһы ошо йүнәлештәрҙә
хеҙмәттәшлекте нығытасаҡ. Радий Хәбиров хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуаплы
юғары вәкилдәр осрашыуына килгән Вьетнам йәмәғәт хәүефһеҙлеге министры То Лам
менән осрашты.
石油・ガス、自動車、農業。バシコルトスタンとベトナムはこれらの分野での協力関係を強化する。ラディイ・ハビロフ首長代理は、安全保障問題を担当する高官らの会談に来たベトナム公安省のトー・ラム大臣と会談した。
Республика етәксеһе сит ил вәкилдәренә Башҡортостанда
етештерелгән "Ка" вертолеттары тураһында һөйләне. Әле был осоу
техникаһы донъяның утыҙға яҡын илендә уңышлы файҙаланыла. Осрашыуҙа шулай уҡ
ике яҡ өсөн дә тотороҡло үҫеште тәьмин итеү мөмкинлектәре, хәҙерге хәүефһеҙлек
шарттары ҡаралды.
共和国のリーダーはベトナムの代表者らに、バシコルトスタンで製造されるヘリコプター「Ka」について話した。未だにこの飛行技術は世界の30近い国で運用されている。会談ではまた、双方にとって持続可能な発展を保障する可能性や、現在の安全保障情勢について検討された。
То Лам, Вьетнам Социалистик Республикаһының йәмәғәт
хәүефһеҙлеге министры: “Башҡортостанға килеүебеҙгә, республика етәксеһе менән
осрашыуға шатбыҙ. Әле беҙ Вьетнам менән Рәсәй, шул иҫәптән Башҡортостан
араһында хеҙмәттәшлек йүнәлештәрен киңәйтеү мөмкинлектәрен ҡараныҡ. Ике ил
араһында хәүефһеҙлек өлкәһендә хеҙмәттәшлек тә бай тарихлы. Беҙ илдәребеҙҙең
хәүефһеҙлеген тәьмин итеү өсөн был йүнәлештә лә хеҙмәттәшлекте артабан үҫтерергә
тейешбеҙ”.
トー・ラム大臣「バシコルトスタンに来て共和国のリーダーとお会いできてうれしいです。我々はベトナムとロシア、中でもバシコルトスタンとの間で協力分野を拡大する可能性について検討しました。両国間の安全保障分野での協力も長い歴史があります。我々は国の安全を保障するため、この分野での協力関係をこれからも強化しなければなりません」
訳者:boltwatts
コメント
コメントを投稿