【バシキール語ニュース】ウファでアニメフェスティバルが行われる


Өфөлә «Аниме» фестивале үтте


Өфөлә «Аниме» фестивале үтте


2019330日付 Bash.news


Ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолған сараға дүрт йөҙгә яҡын кеше төрлө әкиәт, йәнһүрәт, анимация персонажы булып кейенеп килде. Сәхнәлә сығыш яһаусылар образды тулыһынса асырға тейеш, жюри ағзалары һәр кемдең актерлыҡ һәләтен дә баһаланы.

バシコルトスタン共和国の首都ウファにある文化会館で行われたアニメフェスティバルには、400人近くが様々な物語やアニメのキャラクラーのコスプレをして参加した。ステージでコスプレを披露する人たちはイメージを完全に再現することが求められ、審査員はそれぞれの人の演技の才能も評価した。


Дефиле конкурсынан тыш, йыр-бейеү, сәхнәләштереүҙәр буйынса ла еңеүселәр билдәләнде. Әйткәндәй, Башҡортостанда аниме фестивале тәүге тапҡыр ғына ойошторолмай, йыл һайын ул айырым тематикаға арнала. Быйылғы сара "Әкиәт" форматында үтте. Фойела башҡорт, рус һәм башҡа халыҡ әкиәттәренән образдарҙы күрергә мөмкин ине. Байрамда Мәскәү, Ҡазан, Екатеринбург, Силәбе, Тольяти ҡалаларынан да йәштәр ҡатнашты.

コスプレ以外に、歌や踊り、演技のコンクールも行われた。ちなみに、バシコルトスタンでアニメフェスティバルが初めて行われたわけではない。毎年異なるテーマで行われている。今年のイベントは「物語」をテーマとして行われた。ロビーではバシキールやロシア、その他の民族の物語のイメージを見ることができた。イベントにはモスクワ、カザン、エカテリンブルク、チェリャビンスク、トリヤッティからも若者が参加した。


Сабина Ғәбиҙуллина, аниме фестивалендә ҡатнашыусы: “Фестиваль оҡшай, унынсы йыл бында ҡатнашам. Быйыл Белоснежка булып кейендем. Күлдәкте үҙем яһаным. Матур килеп сыҡты”.

参加者のサビナさん:「このフェスティバルが好きで、10年連続で参加しています。今年は白雪姫のコスプレをしました。服は自分で作ったのですが、うまくできました」


Гөлнара Ғәҙеләева, аниме фестивалендә ҡатнашыусы: “Мин Күмертауҙан килдем. Япониянан аниме йырсы образын башҡарам. Ул мәктәп тураһында йырлай”.

参加者のギュルナラさん:「私は(ウファの南250キロにある街)クメルタウから来ました。日本のアニメの歌手のコスプレをしています。彼女は学校について歌います」


Аниме фестивале сиктәрендә бушлай фотосессиялар ойошторолдо. Шулай уҡ һәр кем өҫтәл, компьютер уйындарында үҙ көсөн һынап ҡараны. Ҡул эштәре күргәҙмәһендә иһә анимация, комикс, йәнһүрәт персонаждарына бәйле уйынсыҡтар, биҙәүестәр, кейемдәр тәҡдим ителде.

アニメフェスティバルの中では無料撮影会が行われた。また、誰でもテーブルゲームやコンピューターゲームで力試しすることができた。手芸の展示では、アニメや漫画のキャラクターに関係する玩具や飾り、服が展示された。


Әлмир Хөснуллин: “Башҡортостанда бындай фестивалдәр күберәк ойошторолорға тейеш. Беҙгә оҡшай. Кинола, анимацияла йөрөгән кеүек”.

参加者のアルミルさん:「バシコルトスタンで、このようなイベントがもっと開催されるべきです。私たちは気に入っています。映画やアニメの中にいるような感じがします」


訳者:boltwatts

コメント